Шыйыҡсаны йылытып, һулау өсөн аэрозолгә әйләнгән препарат никотин бәйлелеге тыуҙыра. Йөрәк тибеше йышая, ҡан баҫымы күтәрелә һәм мейе үҫешенә кире йоғонто яһала. Быйыл Рәсәйҙә вейптар һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы тәҡдим иткән закон проекты индерелде. Ҡануни башланғыс шыйыҡсаны үҫмерҙәргә һатыуҙы кәметеүҙе күҙаллай.
Белгестәр әйтеүенсә, вейп тартҡан кешеләрҙә сәбәпһеҙ ҡыҙып барыусан була, уларҙың аппетиты арта һәм йоҡоһоҙлоҡтан интегәләр. Электрон тәмәке һәм вейптар составаында 30 төрлө хәүефле матдәләр бар.