Асҡын районы үҙәгенең иң ҙур мәктәпкәсә учреждениеһында быйыл йәй ремонт үткән

Яңы уҡыу йылына балалар баҡсалары ла әҙерләнә. Асҡын районы үҙәгенең иң ҙур мәктәпкәсә учреждениеһында быйыл йәй ремонт үткән. 2015 йылда сафҡа ингән 2-се балалар баҡсаһының ҡыйығы яңыртыла, аҙыҡ блогы өсөн канализация селтәре һуҙыла. Эштәрҙе башҡарыуҙа ата-әсәләр ҙә ярҙам күрһәтә. Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһының 9 төркөмөндә 200-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә. Улар өсөн 14 түңәрәк эшләй.