Бөгөн Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре тамамлана

Баш ҡалала “Геройҙар дәүере” патриотик йыр конкурсы финалы үтә. Еңеүселәр бүләкләнә. Концертта Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрада-джаз оркестры, Рәсәй Оборона министрлығы коллективтары, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина сығыш яһай. Рус академия драма театрында Мостай Кәрим әҫәре буйынса әҙерләнгән “Луна и Листопад” спектакле тәҡдим ителә. Тамашаға махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре саҡырылған. “Армия мәҙәниәте көндәренең” Почетлы ҡунағы – рәссам Юрий Сивачёв “Нур” татар театрында осрашыу уҙғара.