Ошо турала килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сара Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре барышында үтте. “Мәҙәниәт учреждениелары араһында бәйләнеш булдырыу яңы офоҡтар асырға тейеш. Килешеү төҙөү - армияның мәҙәниәт менән бергә булыу күрһәткесе”, - тине Оборона министрлығының мәҙәниәт департаменты вәкиле Ольга Фаллер. Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Нестеров музейында “Рәсәйҙе яңынан, бергә асабыҙ!” тигән күргәҙмә асылды. Унда Хәрби рәссамдар студияһы ағзаларының әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин.