Был матриалдарҙы республика мәктәптәренә таратыу ҡарала. Былтыр 10 белем усағына Советтар Союзы Геройҙарының исеме бирелгән. Бер мәктәп Рәсәй Геройы Борис Дудко исемен йөрөтә. “Мәғариф учреждениеларына ҡаһармандар исемен биреү дауам итә”, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының исемен мәңгеләштереүгә лә иғтибар ҙур. Легендар шайморатовсыларҙың береһе Мөғин Нагаев. Өфөнөң 160-сы лицейы уның исемен йөрөтә. “Беҙ балаларҙы патриот һәм геройҙарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ. Уҡыусылар Миңлеғәли Шайморатов һәм Мөғин Нагаевтың ҡаһарманлығы тураһында белеп үҫә”, - ти директоры урынбаҫары Рәсимә Кәримова. Мөғин Нагаев танкттарға ҡаршы батарея взводы командиры була. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Әммә батыр һалдатҡа Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендары тапшырыла. “Бөгөн хәрбиҙәребеҙ ҡаһарман быуындың юлын дауам итә”, - ти Рәсимә Кәримова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы бар. Ул махсус хәрби операциялағы данлыҡлы берләшмәләрҙең береһе иҫәпләнә.