Республика Башлығы Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын уҙғарҙы

Унда министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты. Белем көнөндә, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау барышында хәүефһеҙлек тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. - Барлыҡ мәғариф учреждениелары тикшерелде. Террорға ҡаршы эш яҡшыра. Әммә был өлкәне  айырым контролдә тоторға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. 1 сентябрҙә Башҡортостанда 500 меңдән ашыу уҡыусы мәктәпкә бара. 14-ендә берҙәм тауыш биреү көнөндә  256 һайлау  учаскаһында тауыш биреү ойошторола.