Был объект Спорт һарайы янында урынлашҡан. Ҡорам төҙөлөшө 2003 йылда башлана. 2007 йылда эштәр туҡтатыла, бинаны консервациялау тейешенсә башҡарылмай. Уҙған йылдың декабрендә төҙөлөштө дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. - Республикала ике ҙур дини объект - "Әр Рәхим" мәсете һәм Воскресенск соборын төҙөп бөтөү буйынса ғәҙел һәм мөһим эш алып барабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.