Башҡортостанда яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһы булдырыласаҡ

Башҡортостан мәҙәниәт учреждениеларында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһы булдырыласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт Советы ултырышында хәбәр итте. Йылына бер тапҡыр ойошторолған Совет йыйылышында «Музалар тауышы. Башҡортостан» китабы исем туйы үтте. Радий Хәбиров республика мәҙәниәте, ижадына тоғро хеҙмәт иткән һөнәрмәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Үрге Ҡыйғы ауылында асылған модулле китапхана райондаштарҙы берләштергән ижад майҙаны. Заманса биләмәлә китап фонды тулыһынса яңыртылған, бина интерактив ҡоролмалар менән йыһазландырылған, әҙәби-мәҙәни саралар ойштороу өсөн шарттар тыуҙырылған. Республикала мәҙәниәт һәм ижад йүнәлешен үҫтереү өсөн етди эш башҡарыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән мәҙәниәт һәм сәнғәт Советы ултырышында патриотик тәрбиә һөҙөмтәләре барланды, яңы маҡсаттар билдәләнде.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт Советы ултырышында «Музалар тауышы. Башҡортостан» китабының исем туйы ойошторолдо. Йыйынтыҡҡа республика баҫмаларында сыҡҡан иң яҡшы патриотик әҫәрҙәр тупланған. Совет ултырышында Радий Хәбиров төбәк мәҙәниәт учреждениеларында махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙар өсөн социаль-мәҙәни реабилитация системаһын ойоштороу бурысын ҡуйҙы.

Йылына бер тапҡыр ойошторолған күләмле сара төбәк мәҙәниәәт тармағы вәкилдәрен берләштерҙе. Совет ултырышында Башҡортостан мәҙәниәтен, сәнғәтен, әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән замандаштарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды.

Башҡортостанда үткән мәҙәни-әҙәби сараларҙы тамашасылар ҙур ҡыҙыҡһыныү һәм иғтибар менән ҡабул итә. Әйҙә уйнарға, Китап-байрам, музыка фестивалдәре меңәрләгән кешене йәлеп итеп, онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра. Республикала ойошторолған Ҡурай көнө, Урал батыр эпосы көндәре милли рухты һәм мираҫты һаҡлауға тағы ла бер этәргес булып тора. Мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү эше дауам итә. Сентябрь башында Тәтешле районында төҙөкләндереүҙән һуң удмурт тарих-мәҙәниәт комплексы асылыуы көтөлә.

Флорида Ким