Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсының Гала-концерты үтте. Башҡортостан башлығы башланғысы, Республика Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарылған сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләүгә арналды. Сараның почетлы ҡунаҡтары легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалыуҙа ла ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙма.
Рәсәй геройы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл тулыуға бәйле Өфөнөң Совет майҙанындағы һәйкәлгә гөлләмәләр һалынды. Армия мәҙәниәте көндәре сараларының һуңғы көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. «Ил батырҙарының бөйөклөгө һәм хәтере алдында баш эйәбеҙ»,-тине үҙ сығышында төбәк етәксеһе.
Сәхнәгә бөгөнгө батырҙар күтәрелде. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операция ветераны Дмитрий Ивановҡа Миңлеғәле Шайморатов ордены менән автомобиль асҡысы тапшырҙы.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсында Гран-при яулаған Лидия Трифонованы бүләкләне. Санкт-Петербург ҡалаһының балалар баҡсаһында эшләгән педагог «Еңеү алда» тип исемләнгән композицияһы менән уңышҡа иреште.
«Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсы дүртенсегә уҙғарылды. Быйыл илдең 31 төбәгенән 232 ҡатнашыусы заявка тапшырған. Һайлап алыу этаптарын 19 конкурсант үткән. Бүләкләү фонды-1 миллион һум. Еңеүселәр «Авторлыҡтағы йыр», «Композитор», «Һүҙҙәр авторы» номинацияларында билдәләнде. Бәйгенең баһалама комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, конкурстың мәртәбәһе йылдан-йыл арта, ҡатнашыусылар географияһы ла киңәйә.
Гала-концертта махсус хәрби операцияла ҡатнашып, әле командировкаға ҡайтҡан яугирҙар ҙа сығыш яһаны. «Алғы һыҙыҡта йыр менән дә еңеүҙе яҡынайтабыҙ, рухыбыҙҙы күтәрәбеҙ,»-ти яҡташтарыбыҙ.
Гөлназ Хәйбуллина