Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын уҙғарҙы. Унда профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты.

Эшлекле осрашыу барышында Белем көнөн байрам иткәндә, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙә республика белем усаҡтарына ярты миллиондан ашыу уҡыусы уҡырға бара, уларҙың яҡынса 45 меңе-беренсе класҡа.

Берҙәм тауыш биреү көнөнә килгәндә, 14 сентябрҙә республикала 150 һайлау кампанияһы уҙғарыу планлаштырылған. Барлығы 256 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәк етәксеһе был объекттарға иғтибарҙы көсәйтергә, оператив хәлгә мониторинг ойошторорға һәм хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын ваҡытында иҫкәртергә саҡырҙы. Ултырышта ҡатнашыусылар планлаштырылған сараларҙы уҙғарған осорға ведомство-ара бәйләнеш тәртибен, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәре эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлештәрҙе билдәләне.