Радий Хәбиров Республика йортонда Ырымбур хәрби казак йәмғиәте атаманы Игорь Цыганов менән осрашты

Эшлекле һөйләшеү барышында Башҡортостанда казак хәрәкәтен үҫтереү һәм үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды. Игорь Цыганов билдәләүенсә, республикала 333 казак иҫәпләнә, улар Ырымбур хәрби казак йәмғиәте составына ҡарай. Араларында махсус хәрби операция яугирҙары, гуманитар миссияларҙа ҡатнашыусылар ҙа бар. Берләшмә ағзалары дәүләт һәм йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша.

Осрашыуҙа 2026 йылда Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү көнө байрамына әҙерлек барышына айырыуса иғтибар бүленде. Рәсәй президентының казак ҡатламы эштәре буйынса советы Ырымбур хәрби казак йәмғиәтенә Ҡыҙыл майҙандағы парадта ҡатнашыуға йыйылма подразделение әҙерләргә тәҡдим иткән. Радий Хәбиров башланғысты хуплап, Башҡортостан казактарына күнекмәләр уҙғарыу өсөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы мөмкинлектәрен ҡулланырға тәҡдим итте.