Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мәктәп, колледжд һәм юғары уҡыу йортонда уҡыған балалары транспортта бушлай йөрөй ала. Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында асыҡлауҙарынса, льгота— 1 сентябрҙән 31 майға, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем ғәмәлдә була. Уның менән ҡала һәм ҡала яны транспортында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн МИР картаһы, “Алға” транспорт картаһы йәки уҡыусы картаһы кәрәк.