Республикала иң яҡшы уҡытыусыларға Башҡортостан Башлығы премияһы тапшырыла

Был бүләккә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаттары лайыҡ булған. Аҡсалата дәртләндереү тураһында ҡарар рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән.Республикала 6 йыл элек йәш педагогтар өсөн 690 мең һумлыҡ Грант булдырылды. Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырға уҡыусылар әҙерләгән педагогтарға 50 мең һум премия түләнә. Ул 2020 йылдан ғәмәлдә.  Түләүҙәр 450-нән ашыу белгескә күсерелгән.  Бөтә Рәсәй, төбәк-ара олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарының уҡытыусылары ла аҡсалата бүләккә дәғүә итә ала. Премия 100 мең һум. Башҡортостанда 10 йылдан ашыу эшләгән уҡытыусылар шифаханала ял итеүгә сертификат алырға хоҡуҡлы. Уның суммаһы 50 мең һум самаһы.