“Геройҙар дәүере” патриотик йырҙар конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Музыкаль бәйгегә илдең 31 төбәгенән 232 заявка ҡабул ителде. Еңеүселәр “Композитор”, “Автор йыры” һәм “Һүҙ авторы” номинациялары буйынса билдәләнде. Бөтә Рәсәй конкурсында Лидия Трифонова Гран-при яуланы. Санкт–Петербург ҡалаһынан килгән педагог “Еңеү алда” исемле композицияһы менән уңышҡа иреште. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Конкурстың мәртәбәһе йылдан-йыл арта, ҡатнашыусылар географияһы ла киңәйә ”, - ти баһалама ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы дүртенсегә уҙғарылды. Мәҙәни сара Армия мәҙәниәте көндәре барышында ойошторолдо.