Йүгеректәр ҡаланың үҙәк һәм тарихи урамдары аша үтә. 2, 5, 10, 21, 42 километр арауыҡта көсөн һынағандарҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә. Спорт байрамы барышында хәйриә акцияһы үткәрелә. Марафон 11-се тапҡыр ойошторола. Үткән йылда унда 10 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, быйылғыһы 7 сентябрҙә уҙа.