Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү яҡшыра

Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, әле эшкәртеү кимәле 46 процент. Был күрһәткесте икеләтә яҡшыртыу маҡсаты ҡуйыла. Республикала "Экологик именлек" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. 2025 июненә ҡарата 90 мең контейнер бар. Йыл аҙағына тиклем тағы 2 меңдән ашыу ошондай һауыт урынлаштырыласаҡ.