Мәләүез йылғаһының яр буйы илдә иң төҙөк биләмә исеменә дәғүә итә

Ул 2019 йылда тәртипкә килтерелә башланы. “Ҡайын тракты” йәмәғәт зонаһы 2022 йылда файҙаланыуға тапшырылды. Былтыр Рәсәй Төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллин “Мәләүездең сәскәле яры” тигән киңлекте асыу сараһында ҡатнашты. Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, ремонт барышында ағас материалдар ҡулланылған. АрхиWood премияһы ағастан эшләнгән иң яҡшы архитектура өлгөләре өсөн тапшырыла. Быйыл конкурсҡа 300-ҙән ашыу заявка бирелгән. Мәләүез йылғаһының яр буйы “Мөхит дизайны” номинацияһында ҡатнаша. Тауыш биреү Интернетта премияның рәсми сайтында ойошторолған. Еңеүселәр 11 сентябрҙә Мәскәүҙә иғлан ителә.