Салауатта төҙөлөш материалдары келәте төҙөлә

Ҡаланың төньяҡ сәнәғәт биләмәһендә ҡуртымға ер участкаһы бирелгән. Ул Башҡортостан башлығы ҡарары буйынса сауҙаһыҙ бүленгән. Проект инвесторы - “Спектр” йәмғиәте. Ул төҙөлөшкә 35 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. Келәттең майҙаны 900 квадрат метр була. Уны 2028 йылда файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Объект төҙөлөш майҙансыҡтарын, шул иҫәптән “Алға” айырым иҡтисади билмәһен тиҙ арала кәрәкле материалдар менән тәьмин итергә мөмкинек бирә.