Объект быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Был турала Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдерҙе. - Эштәр графикка ярашлы бара. Төҙөлөштә даими булабыҙ, контролдә тотабыҙ тине ул. Бинаның дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метр. Поликлиникала көн һайын 250 кешене ҡабул итеү мөмкинлеге була.