Башҡортостанда Рәсәй Эшке эстәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек бүлеге етәкселәренең коррупцияға ҡаршы семинар-ултырышы үтә. Ике көн дауам итәсәк семинарҙа ҡатнашыусы белгестәрҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләне.
Иҡтисади хәүефһеҙлек тәьмин итеүсе ведомство хеҙмәткәрҙәре енәйәтселек менән көрәш һағында тора, ғәҙеллекте тергеҙә, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм дәүләт бюджеты үтәлешен яҡлай. Фекер алышыу барышында федераль бюджет сығымдарын маҡсатлы тотоноу, дәүләт заказдарын контролдә тотоу һәм төбәктәрҙә эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Рәсәй Эшке эстәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу буйынса баш идаралығы етәксеһе Андрей Курносенко әйтеүенсә, Рәсәйҙең яңы төбәктәре менән бәйле маҡсаттар иғтибар үҙәгендә. Яңы төбәктәрҙә бюджет үтәлешен контролдә тотоу, яуаплы структуралар эшен камиллаштырыу эше алып барыла.