Бөгөн был тармаҡта өс йөҙҙән ашыу төрлө предприятие бар. Улар балалар өсөн өҫ һәм аяҡ кейемдәре, көнкүреш химияһы һәм уйынсыҡтар етештерә. Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереүгә сит ил брендтарының баҙарҙан китеүе ниндәй йоғонто яһаны. Был турала киләһе яҙмала.
Бала сағынан сәғәттәрҙе һүтеп ҡороусыларҙы өлкәндәр буласаҡ инженерҙар тип нарыҡлар ине. Хәҙерге заман уйынсыҡтары ла һүтеп-ҡороуға бирешмәй һәм беренсе тапҡыр уйнағандан һуң ҡойолоп төшмәй икән. Был самолет менән дә шулай буласаҡ, ти уны етештереүселәр.
Артабан, самолеттың һәр детален ентекләп өйрәнеп, уны ҡабаттан йыйырға мөмкин. Иван Кичаев билдәләүенсә бындай сағыу уйынсыҡ, баланың үҫешенә булышлыҡ итә. Ә ваҡ өлөштәрҙең булмауы, юғары сифатлы материалдар ҡулланылыуы йәш инженерҙың һаулығына зыян итмәй.
Машиналар, пирамидалар, йәш табип инструменттары һәм башҡа уйынсыҡтар өс тиҫтә йылдан ашыу Бөрө ҡалаһында етештерелә. Уйынсыҡтар Рәсәйҙә сығарылған юғары сифатлы материалдарҙы файҙаланып, заманса ҡорамалдарҙа эшләнә. Уларҙың сифаты йылдан-йыл яҡшырғас, тотош ил буйынса ихтыяж ҙур.
«Белем тирмәһе» проекты иһә дидактик баҫма материалдар ярҙамында доньяны танып-белеү, телдәрҙе еңел өйрәнеү мөмкинлеге бирә. «Башҡорт һүҙҙәрен өйрәнәбеҙ» өҫтәл уйыны мауыҡтырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ. Яңы өйрәнелгән һүҙҙәр ҡыҙыҡлы диалог менән нығытыла, тип ҡыуана ата-әсәләр.
Уйынсыҡтар моторика, телмәр һәм иғтибар үҫешенә булышлыҡ итә. Уларҙы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа уйнай ала.
Балалар тауарҙары индустрияһы еңел сәнәғәт менән бер рәттән республикалағы эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Артабанғы үҫеш өсөн заманса производстволар, белемле кадрҙар һәм дәүләт ярҙамы кеүек ҡулай шарттар бар.
Башҡортостанда еңел сәнәғәт үҫеше һуңғы 6 йылда бер ярым тапҡырға артҡан һәм бөгөн өс йөҙҙән ашыу төрлө предприятиены берләштерә. Күпселек сит ил брендтарының баҙарҙан китеүе, шул иҫәптән уйынсыҡтар етештереүселәр өсөн киң мөмкинлектәр аса.Тимәк, беҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы, шул иҫәптән уйынсыҡтарҙы ҡулланыусыларға ватан продукцияһының көслө яҡтарын һәм өҫтөнлөктәрен һынап ҡарау өсөн уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килә.
Гүзәл Борханова