«Ирәндек» музей-ҡурсаулығы урынында ҡәбер соҡоронда кеше һөлдәһе табылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районының Урғаҙа һәм Ишмөхәмәт ауылдары араһында Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемендәге Башҡорт экспедицияһы бара. Бында иртә тимер быуатҡа ҡараған ҙур ҡурған өйрәнелә.
3 аҙна дауамында барған ҡаҙыу эштәрендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенаттары, ирекмәндәр ҡатнаша. Әле таҙартыу эштәре бара.
Археологтар өсөн ер аҫтынан табылған бәләкәй генә әйбер ҙә ҙур табыш. Баймаҡ районында барған фәнни экспедицияла улар күп тарихи ҡомартҡыларға тап булды һәм эҙләнеү-тикшереү эштәре уңышлы булыуын билдәләй.
Рүзилә Ғүмәрова