1 сентябрь-Белем көнөндә мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләренә закон буйынса өҫтәмә ял алыу буйынса гарантиялар юҡ, шулай ҙа был мөмкинлектең коллектив килешеүгә индерелеүе мөмкин. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төбәк ойошмалары норматив-хоҡуҡи документтарҙы «демография менюһы» пункттары буйынса тулыландыра. Әле республикала биш меңдән ашыу коллектив килешеү төҙөлгән. Ҡағиҙәләр индерелмәгән компанияларҙа ата-әсәләргә Белем көнөнә ялды түләнгән, йә түләнмәгән отпуск иҫәбенә алырға мөмкин. Шулай уҡ өҫтәмә түләүле ял көнөнә донорҙар ҙа дәғүә итә.