Башҡорт медицина университетында бюджет урындары күбәйҙе

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университетына абитуриенттарҙы беренсе курсҡа ҡабул итеү тураһындағы бойороғона ҡул ҡуйылды. Уҡыу йортонда йылдан-йыл бюджет урындары күбәйә. Быйыл был күрһәткес 147-гә артып, бюджетҡа уҡырға ингән студеннттар 1 150-гә еткән. Буласаҡ табиптар араһында Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйғандар ҙа байтаҡ.

Быйыл уҡыу йортона ингән студенттар араһында 25-е 100 баллылар, 8 уҡыусы олимпиада еңеүселәре. Маҡсатыбыҙ-медицина тармағы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү. Улар яңы дауалау технологияларын ентекле үҙләштерергә, медицина фәне проблемалары менән дә шөғөлләнә алырға тейеш.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры