Махсус хәрби операция ветераны статусын алыусылар исемлеге киңәйә

2022 йылдың октябренән 2023 йылдың сентябренә тиклем Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән доброволецтарға ла ошондай льгота ҡарала. Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнгән. - Улар илебеҙ өсөн көрәшеп ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ  күрһәтте, ҙур бурыстар үтәне. Дәүләт Думаһы был документты киләһе аҙнала ҡарай башлай, тип белдерҙе премьер-министр  Михаил Мишустин.