Өфөлә "Һөт иле" фестиваленә 15 тонна бал алып киләләр

"Бал йәрминкәһе" ндә 50-гә яҡын умартасы ҡатнашыуы көтөлә. "Һөт иле" фестивале бөгөн "Ҡашҡаҙан" паркында ойошторола. Был сара йыл һайын уҙғарылып килә. Йола буйынса һәр кеше бер стакан һөт тәмләп ҡарай ала. Һөт йәрминкәһе, фермер баҙары эшләйәсәк. Оҫталыҡ дәрестәр һәм концерт ҡаралған. Быйыл сәй фестивале лә була. Бергәләшеп сәй эсеү буйынса республика рекордына ирешеү маҡсаты ҡуйылған.