Балтас районы Наджар ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Заман талаптары буйынса төҙөлгән ФАП-та процедуралар кабинеты, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген тикшереү бүлеге йыһазландырылған. ЭКГ, дефибриллятор, тонометр һәм башҡа ҡоролмалар алынған. Наджар ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына 296 кеше, шул иҫәптән 16 бала теркәлгән. Яңы ФАП -та «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусы Лиана Хәнипова эшләй башланы. Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу буйынса етди эш алып барыла. Балтас районында былтыр 17 фап асылһа, быйыл тағы 6 объект сафҡа индереү күҙаллана. Ә тотош республика буйынса 135 яңы фельдшер- акушерлыҡ пункты асыласаҡ.