Яуҙа сыныҡҡандар бер генә хәрби бәрелештәрҙән дә ситтә ҡала алмай. Тап улар һуғыштың ни тиклем ауыр һәм һалдаттарға тыл, яҡындар, дуҫтар терәге мөһим икәнлеген яҡшы аңлай.
Йылайыр районының хәрби туғанлыҡ ойошмаһы егеттәре лә ошондай битараф ҡала алмаған яҡташтарыбыҙ. Улар үҙ көсө менән гуманитар ярҙам туплап махсус хәрби операция биләмәһенә йөрөтә. Венер Яҡупов үҙе лә Чечен компанияһын үткән яугир. Махсус хәрби операция башланғас та ул иптәштәре менән кәрәк-яраҡтар тейәп Донбассҡа юллана. Шунан башлап гуманитар ярҙамды туҡтатҡандары ла юҡ.
Ирекмәндәр гуманитар ярҙамды шәхси автомобилдәрендә яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән урындарға уҡ алып барып еткерә. Йөккә яуҙа иң кәрәкле әйберҙәр генә тейәлә. Маскировкалау селтәрҙәре, дрондан йәшеренеү япмалары, уларҙы бәреп төшөрөү өсөн һунар мылтығына патрондар һм башҡа кәрәк-яраҡтар.