Өфөлә «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сифат һәм хәүефһеҙлек биләмәһе. Клиник практикала сифат менеджменты системаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конгресы башланды. Ике көнгә иҫәпләнгән сарала медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ ғүмер оҙайлығын, тыуымды арттырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Эксперттар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һанлаштырыу, дарыуҙар тәьминәте һәм эпидемиологик хәүефһеҙлек, хирургия һәм педиатрия өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында фекер алышасаҡ. Конгресста Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм сит ил вәкилдәре ҡатнаша. Сараны асыу тантанаһында Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Алла Самойлова ла булды.