Быйыл Ғафури районының Ҡотлоғужа һәм Игенйылға ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Медицина учреждениелары халыҡҡа беренсел сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Игенйылға ауылында Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Рәмзиә Сәләхова өсөн был биналағы һәр мөйөш яҡын. Бынан ары ул бында эшләгән мәлдәрен һағынып иҫкә аласаҡ. Игенйылғала фельдшер булып ул ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Артабан һаулыҡ һағында тороу бурысын белгес өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында дауам итәсәк. Яңы фап Йәштәр урамында модулле конструкциялар ярҙамында ҡоролған. Өс йөҙҙән ашыу халыҡ йәшәгән ауыл өсөн яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылыу ҙур бүләк. Зилә Сәйетбатталлова Игенйылғала тыуып-үҫкән. Хәстәрлекле, оло йөрәкле, тәжрибәле медицина хеҙмәткәре күҙәтеүендә ауылда йәшәгән олоһо-кесеһе тиҙерәк һауыға, сирҙәргә бирешмәй, тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Яңы фап бинаһы ауыл халҡына заманса һәм уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамын алыу мөмкинлеге тыуҙыра. Фельдшер-акушерлыҡ пункты медицина хеҙмәткәрҙәре эше өсөн тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән.
Республикала модулле Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы «Ыңғай һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Башҡортостанда халыҡ һаулығын хәстәрләү республика етәкселегенең етди иғтибар үҙәгендә. Быйыл «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә яңыртылған поликлиникалар Әбйәлил, Баҡалы райондарында, Благовещен, Яңауыл һәм Учалыла файҙаланыуға тапшырыла.
Гүзәл Борханова