Өфөләге вуз-ара студенттар кампусында ғаилә ялы ойошторолдо

Йолаға әйләнгән сара был юлы яҡынлашып килгән Белем көнөнә арналды. «Бергәләп мәктәпкә: сентярҙе нисек еңел үткәрергә» тип аталған сараны Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән «Ғаилә» хеҙмәте ойошторҙо.

Өфөлә уҙғарылған байрам «Кампустник» фестиваленең бер өлөшөнә әүерелде. Көн дауамында баланы уҡыу йылына әҙерләү буйынса психолог һәм педагог кәңәштәрен алырға мөмкин ине. Оҫталыҡ дәрестәре, квест һәм уйындар үткәрелде. Ғаилә ялы сиктәрендә ойошторолған саралар меңәрләгән кешене йыйған. Бергә ваҡыт үткәреү-балалар менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн дә файҙалы, тигән фекерҙә ойоштороусылар.