Төбәк етәксеһе алғы һыҙыҡта ватан һаҡсыларының йәшәү шарттары, медицина пункты, ашхана эшмәкәрлеге һәм хәрби техника менән танышты. Радий Хәбиров ир-егеттәр менән аралашып, республиканан оҙатылған гуманитар ярҙам буйынса хәрбиҙәрҙең теләктәрен һорашты. Егеттәр Башҡортостан ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе-айырыуса үҙебеҙҙең республикала етештереү яйға һалынған дрондар өсөн. Республика башлығы яугирҙарҙың бар үтенестәрен дә яҙып алып, улар буйынса мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ белдерҙе.