Башҡортостанда киҫкен респиратор сирҙәр артасаҡ: табиптар прививка яһатырға саҡыра

Сентябрҙә республикала киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән ауырыусылар ике тапҡырға артып, 20 мең кешегә етеүе ихтимал. Эпидемиологтар һалҡын тейеү миҙгеленә әҙер булырға кәңәш итә. Тәү сиратта, профилактикаға иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Әле поликлиникаларҙа прививка кампанияһы башланған. Гриптан вакцинаны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бушлай яһата ала. Табиптар билдәләүенсә, был сирҙән һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Медицина учреждениелары вирус штаммдарына ҡаршы торорлоҡ препараттар менән тәьмин ителгән. Өфөнөң 5-се балалар поликлиникаһында 800 бала хеҙмәтләндерелә, уларҙың яртыһы вакцинация үткән.

Балалар баҡсалары, мәктәптәргә барғанда прививка яһатҡан балалар-коллектив иммунитет нигеҙе булып тора. Грипҡа ҡаршы вакцинация милли календарь буйынса бушлай уҙғарыла. Ата-әсәләр үҙҙәренә уңайлы ваҡытта балаларын килтерә ала.

Альбина Назарова, Өфөнөң 5-се балалар поликлиникаһы участка балалар табибы