Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курс студенттары өсөн адаптация сменаһы бара. Өс көн дауамында юғары уҡыу йортона ингән егет-ҡыҙҙар вуз менән таныша, студент тормошона әҙерләнә. Быйыл махсус смена 9-сы йыл рәттән ойошторола. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Лиана менән Фирзәлиәгә яңы урында өйрәнеп китеүе еңелерәк. Икеһе лә Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан. Бала саҡтан бергә үҫкән ҡыҙҙар уҡыуҙа ла, спорт ла һынатмай. Мәктәп телевидениеһында алып барыусы булып эшләргә лә өлгөрә улар. Әммә икеһе лә бер үк факультет һайлағандарын уҡырға ингәс кенә беләләр. Кисәге класташтар уҡыу йортонда ойошторолған адаптация лагерында ҡатнаша.
Өс көн дауамында яңы уҡырға ингән егет-ҡыҙҙар юғары уҡыу йортоноң етәкселеге, корпустар, аудиториялар һәм студенттарҙың уҡыуҙан тыш тормошо менән яҡындан таныша. Адаптация сменаһы быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Уның программаһын юғары курс студенттары үҙҙәре төҙөгән. Яңы уҡыу йылына вуздың 4 факультеты, 5 институты һәм колледжы бер мең 800-гә яҡын студентты ҡабул иткән.
Студент йылдары сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтһен өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тиҫтәләгән берләшмә һәм түңәрәк эшләй. Улар менән танышыу йәрминкә форматында ойошторолдо.
Сменаның һуңғы көнөндә беренсе курс студенттары командаһы ижади номерҙар тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ ойоштороусылар төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләп, бүләктәр таратасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова