«Белем көнө рухи ҡиммәттәргә бәйле булырға тейеш». Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә 1 сентябрҙе байрам итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. Уға ярашлы, белем усаҡтарына ветерандарҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы саҡырырға кәңәш ителә. Яңы уҡыу йылы ниндәй үҙгәрештәре менән килә? Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмә.