“Белемле һәм көслө булығыҙ!” Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар уҡыусыларҙы 1 сентябрь менән ҡотлаған. Видеояҙма менән “Башҡорт батальоны” телеграм каналы уртаҡлашҡан. “Бөгөн ҡыҙҙар һәм малайҙар фронтҡа ярҙам итә. Бетеүҙәр әҙерләй, максировка селтәрҙәре үреүҙә ҡатнаша. Балаларҙың хаттары һәм һүрәттәре беҙгә көс, дәрт өҫтәй. Улар ебәргән рәсемдәр беҙҙең блиндаждарҙы биҙәй”, - ти һалдаттар. Ватан һаҡсылары ҡыҙҙарға һәм малайҙарға яңы уҡыу йылында уңыштар теләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт