Уларҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Йәмғеһе Башҡортостан мәктәптәре 519 мең 657 малай-ҡыҙҙы ҡаршы ала. Бөгөн төбәктең барлыҡ белем усаҡтарында уҡыу йылы башланыу уңайынан дәүләт флагтары күтәрелә, тантаналы линейкалар уҙа, асыҡ дәрестәр үтә. Яңы уҡыу йылына төбәктә 35 белем усағы төҙөкләндерелде. 711 мәктәп «Иң яҡшыһы балаларға» федераль проектына ярашлы «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» һәм «Технология» кабинеттарын йыһазландырыу өсөн дәүләттән ярҙам алды.