Башҡортостанда унынсы полилингваль мәктәп асылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала иҫәп буйынса унынсы полилингваль мәктәп асылыуы тураһында хәбәр итте. 2030 йылға тиклем тағы ла ошондай ике объект сафҡа индереү ҡаралған. Белем көнөндә, Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән белем усағында тәүге ҡыңғырау яңғыраны. Полилингваль мәктәп урындағы мәғариф учреждениеһы базаһында ойошторолдо. Объекттың капиталь ремонты Рәсәй президенты иғлан иткән федераль программа буйынса башҡарылғайны. Тәтешле районында күләмле төҙөкләндереү эштәренән һуң мәҙәниәт учреждениелары ла асылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Һоҡланмаҫлыҡ та түгел... Һоро стеналар урынына сағыу фасад, бинаға ингән урында ла Рәхим итегеҙ тигән саҡырыу һүҙҙәре дүрт телдә яҙылған. Яңы Тәтешле ауылындағы белем усағы бер йыл эсендә заманса төҙөкләндерелгән. Биҙәлеше буйынса ғына түгел, уҡытыу йүнәлеше буйынса ла-яңы уҡыу йылын ул полилингваль белем усағы булараҡ башланы, балалар удмурт телен төплө өйрәнә ала.

Тәтешле районында удмурт телен уҡытыу буйынса полилингваль күп профилле мәктәп асыу тураһындағы ҡарарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың ғинуарында муниципалитетҡа эш сәфәре барышында ҡабул иткәйне. Быға тиклем полилингваль кластар ғына эшләһә, хәҙер заман талаптарына яуап биргән яңы белем усағы. Капиталь ремонтҡа килгәндә, эштәр быйыл мартта башланғайны, федераль, республика һәм урындағы бюджет иҫәбенә башҡарылған.

Сирек быуаттан ашыу тарихы булған белем усағының дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метрҙан ашыу. Проекттың ҡеүәте 162 уҡыусы. Дәрестәр билингваль нигеҙҙә: рус һәм удмурт телдәрендә алып барыла, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә, шулай уҡ балалар инглиз телен дә яҡшы беләсәк.

Тәтешле районында удмурт теленә юғары иғтибар йүнәлтелеүе осраҡлы түгел, республикала йәшәгән удмурттар иҫәбе буйынса муниципалитет икенсе урында. 1996 йылда булдырылған милли мәҙәни үҙәк тә милләттең йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға тос өлөш индерә, бөгөндән ойошма вәкилдәре яңыртылған бинала эш башланы

Күп функциялы мәҙәни үҙәктә-1988 йылғы ике ҡатлы объектта капиталь ремонт башҡарылған, ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм биләмәне төҙөкләндереүгә, дөйөм алғанда, 200 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Мәҙәниәт учреждениеһында милли экспонаттар менән музей һәм китапхана, бейеү һәм тренажер залдары, балаларҙы үҫтереү бүлмәһе лә урынлашҡан.

Удмурт крәҫтиәндәре Тәтешле районында 17 быуаттың 70-се йылдарында төпләнә башлаған. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса муниципалитетта 4 меңдән ашыу удмурт йәшәй. Тарихи-мәҙәни үҙәк тарафынан төрлө халыҡ байрамдары уҙғарыла, лагерҙа профилле смена ойошторолған, удмурт телен уҡытыу буйынса курстар ойошторола. Үҙәк ҡарамағында тиҫтәгә яҡын фольклор коллективы эшләй, грант буйынса проекттар тормошҡа ашырыла

Үҙәк эргәһендә ҙур сәхнә лә ҡоролған, биләмәлә көн дауамында фольклор коллективтары сығыш яһаны.»Аҫыл бөртөктәр«тип исемләнгән төбәк-ара фестиваль-республика кимәлендә башҡарылған эштәргә рәхмәт билдәһе.

Үрге Тәтешле ауылында ла тантаналы ваҡиға үтте-капиталь ремонттан һуң ҡасаба-ара үҙәк китапханаһы асылды. Эштәр социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында башҡарылған. Әҙәби бүлмә, Сәләмәтлек станцияһы, балалар зонаһы, ресурс үҙәк, ижади зал менән күп функциялы зал һәм йәштәр зонаһы-яңы быуын китапханаһында мәҙәни-танып белеү саралар уҙғарыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Бина алдындағы биләмә төҙөкләндерелгән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа ҡуйылған һәйкәл дә уҡыусыларҙы яңы ғилемгә әйҙәй. Әйткәндәй, Яңы Тәтешле ауылында удмурттарҙың тарихи-мәҙәни үҙәге эргәһендә яңы монументаль композиция асылды. Һәйкәл һәм стела Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың исемдәрен мәңгелләштерҙе.

Гөлназ Хәйбуллина