Республикала 45 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны

Бөгөн Белем көнө билдәләнә. Республикала 45 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. Уларҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Йәмғеһе, Башҡортостан мәктәптәре 519 мең 657 малай-ҡыҙҙы ҡаршы алды. Бөгөн төбәктең барлыҡ белем усаҡтарында уҡыу йылы башланыу уңайынан дәүләт флагтары күтәрелде, тантаналы линейкалар һәм асыҡ дәрестәр үтте. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсееһе Әлфинә Килдейәрова.

Әмир өсөн бөгөн бигерәк етди һәм тулҡынландырғыс көн. Кисәге балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе ҡупшы мәктәп формаһы кейеп белем тауына ашҡына. Ата-әсәһе һәм һеңлеһенән тыш, шатлыҡлы көндө уртаҡлашырға олатай-өләсәйҙәре лә килеп еткән. Улар ейәненең тәүге уңыштарын күҙ йәштәре аша ҡыуанып күҙәтә.

Өфөнөң128-се мәктәбендә үткән тантаналы линейкала тәүге ҡыңғырау 300-гә яҡын беренсе класс уҡыусыһы өсөн яңғыраны.

Тантаналы сарала ошо белем усағын алтын миҙалға тамамлаған Рәсәй Геройы Денис Чернавин ҡатнашты. Ул махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың ҡыҙын беренсе класҡа оҙатты. Тулҡынландырғыс минуттарҙан һуң, летчик балалар алдында сығыш яһаны, уларҙың киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясаҡтары менән ҡыҙыҡһынды.

Байрам атмосфераһы Стәрлебаш район үҙәгендәге коррекция мәктәп-интернатында ла хөкөм һөрҙө. Белем усағы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. «Яңы мәктәп» федераль программаһына ярашлы бинала инженер селтәрҙәре яңыртыла, мебель һәм заманса ҡоролмалар һатып алына.

Белем көнө уңайынан республикала«Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү«милли проектына ярашлы ике агрокласс асылды. Улар Нуриман районының Байгилде ауылы һәм Бүздәк ауылының 1-се мәктәбендә урынлашҡан. Агротехнологик класстар 160 уҡыусыға иҫәпләнгән. Махсуслаштырылған кабинеттарҙа «Агротехнологиялар», «Генетика һәм селекция», «Агроинженерия«йүнәлештәренә баҫым яһалып уҡытыласаҡ. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, 2030 йылға тиклем республикала 400-гә яҡын агрокласс барлыҡҡа киләсәк.

Ишембайҙағы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында уҡыусыларҙы байрам менән Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тәбрикләне. Ҡотлау хатын Алексей Касьянов уҡып ишеттерҙе. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор уҡыу йортоноң мөмкинлектәре менән дә танышып сыҡты. Быйыл кадет корпусына илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 98 үҫмер ҡабул ителгән. Алда уларҙы ант биреү тантанаһы көтә.

Белем көнө уңайынан тантаналы линейкалар республиканың юғары уҡыу йорттарында ла үтте. Башҡорт дәүләт медицина университеты был көндө Динамо стадионында«Беренсе курстар парады«менән билдәләне. Ҡабул итеү кампанияһы һөҙөмтәләренә ярашлы, юғары уҡыу йортона абитуриенттарҙың рекордлы һаны һынауһыҙ үткән. Университет бөтәһе бер мең 148 егет -ҡыҙҙы ҡабул иткән.

Әлфинә Килдейәрова