Дәүләкән районы Суйынсы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Объект «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса сафҡа индерелә. Ауылда 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Яңы фапта пациенттар ҡабул итеү һәм процедуралар бүлмәләре, шулай уҡ дарыуҙар һаҡлау өсөн айырым урын да буласаҡ. Фап электрокардиограф, ҡандағы шәкәр кимәлен үлсәү анализаторҙары, кислород ингаляторҙары һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазлнпандырыласаҡ. Әлеге ваҡытта эшселәр медицина учреждениеһының тирә-яғын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.