Өфө еңел атлетика буйынса «Сәләмәт Ватан» ЗоБЕГпроектына ҡушылды

Марафонда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. 3 һәм 5 километр арауыҡтағы дистанцияларға еңел атлетиканы үҙ иткән 1500 кеше сыҡты. Яңы проект Рәсәйҙең 4 төбәгендә уҙып өлгөргән. Унда ҡатнашыу бушлай. ЗОБЕГҡа ҡушылырға теләүселәр теркәү үтеп старт номерҙары алырға, спорт формаһын тикшерергә һәм хәленән килгән дистанцияны һайларға тейеш булған.

Бөгөн беҙ ил һәм Башҡортостан етәкселеге ҡуйған мөһим бурыстарҙың береһе-һәр кемгә спорт менән шөғөлләнергә тейешле шарттар тыуҙырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Һәм шул иҫәптән бушлай мөмкинлек булдырыу менән.

Руслан Хәбибов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-спорт министры