Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә лә үтте. Төбәктә быйыл 501 бала беренсе класҡа уҡырға килде. Дөйөм алғанда, район мәктәптәрендә барлығы 5700 уҡыусы иҫәпләнә.
Мостай Кәрим исемендәге Келәш мәктәбендә уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров, ошо ауылда тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдинов тәбрикәлне. Хөрмәтле ҡунаҡ шулай уҡ Шишмә ҡасабаһындағы 1-се мәктәптә һәм гимназияла ла булды. Шишмә уҡыусыларын яңы уҡыу йылы менән Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев та ҡотланы. Был көндө ҡасабаның 5-се мәктәбендә уҡыясаҡ туғандары Саид менән Сәлмәнде беренсе класҡа оҙатты. Ҡасаба гимназияһында ҡунаҡтарҙы йыр-моң һәм милли аш-һыу менән ҡаршы алдылар. Әйткәндәй, быйыл 1 сентябргә гимназияның тирә-яғы төҙөкләндерелгән-парковка һәм ҡоймалар яңыртылған.