Өс кеше янғындан ҡотҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөнөң Азатлыҡ урамындағы күп фатирлы йортта ут сыҡҡан, ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр саҡыртылған. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйы төтөн араһынан өс кешене, шул иҫәптән ике баланы алып сыҡҡан, йортта йәшәүселәр эвакуацияланған. Асыҡ янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелгән.