Башҡортостан аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә

Республика аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә- ямғырлы көндәр фаразланыуға бәйле, көнбағыш майҙандарында урып-йыйыу ваҡыты һуҙыла. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Бынан тыш төбәк етәксеһе Донбассҡа эш сәфәренә йомғаҡ яһап был аҙнала Ураларъяғында ойошторолған ҙур саралар тураһында хәбәр итте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостан аграрийҙары быйыл майлы культураларҙы рекордлы күләмдә йыйып алырға өмөтләнә. Шуға ла баҫыу эшсәндәре ҡоро һәм йылы көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. 670 мең гектарҙа сәселгән көнбағыш уңышы мул, әммә оҙайлы ямғыр яуыуы уны йыйып алырға ҡамасаулай. Төбәктә көнбағыш майын етештереүсе ике завод та тулы ҡеүәтенә продукцияны эшкәртергә әҙер.

Радий Хәбиров Белем көнөндә Тәтешле районында асылған удмурт телен өйрәнеү буйынса полилингваль мәктәп һәм удмурт мәҙәни-тарихи үҙәк эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Төбәк башлығы республиканың башҡа райондарында ла сыуаш, марый, удмурт үҙәктәрен асыу бурысын ҡуйҙы.

Радий Хәбиров уҙған аҙнала Донбассҡа эш сәфәренә йомғаҡ яһаны. Алғы һыҙыҡта көрәшеүсе республика яугирҙарының кәйефе көр һәм хәрбиҙәрсә эшлекле. Ватан һаҡсыларына ярҙам саралары артабан дауам итәсәк.

4-6 сентябрҙә Башҡортостанда ҙур саралар үтәсәк. Сибайҙа «Урал аръяғы Инвестиция һабантуйында» йөҙ млрд һумға иҫәпләнгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу планлаштырылған. Шәмбе Баймаҡта Граф күле буйында уҙасаҡ «Башҡорт аты» фестивале йылдағыса меңәрләгән кешенә берләштереп сағыу тамашаға әйләнер тип көтөлә.

Флорида Ким