Радий Хәбиров ҡулға алынған Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулға алынған «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте директоры Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәиф Абдрахимов 30 августа вәкәләтен арттырыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынғайны.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәиф Рамаҙан улы банкрот хәленә еткән «Башспирт» компанияһын тәртипкә килтереүгә, уны үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Предприятие һуңғы өс йылда етди иҡтисади күрһәткестәргә иреште. «Башспирт» йәмғиәте араҡы етештереү буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы биш предпритяие иҫәбенә инә. Ярты йыл эсендә компания 130 млн һум килем килтерә. Өс йыл эсендә предприятие тарафынан республика бюджетына 11 млрд һум һалым түләнә. Заводта модернизация буйынса күләмле эш башҡарыла-бер милиард һумға ҡоролмалар яңыртылған.