Өфө уҡыусылары Ломоносов маршрутын һынап ҡараны

«Торатау» геопаркы «Михаил Ломоносов. Донъяға яңыса ҡара». Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә тормошҡа ашырылған маршрутты тәүгеләрҙән булып Өфө уҡыусылары һынап ҡараны. Ломоносов исемендәге фәнни-популяр тур уникаль объекттар буйлап үтте. Тәү сиратта, ҡатнашыусылар Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияларында геном технологиялар ярҙамында кейем тегеү серҙәре менән танышты. Өфө кампусының алдынғы майҙансыҡтары буйлап экскурсиянан һуң балалар «Торатау» геопаркына юлланды.