Башҡортостан Рәсәй баҙарына иген һатыуҙы арттырған

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика предприятиелары 315 мең тонна тауар оҙатҡан. Уның ҙур өлөшө - бойҙай һәм арпа. Башҡортостан продукцияһы 28 төбәккә һатылған. "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли  проекты ғәмәлгә  ашырыла. Уға  ярашлы, алдағы  йылдарҙа экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла.