Октябрь айында ил буйынса иммунизация кампанияһы башлана. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай сара сирҙе йоҡтороу осраҡтары артыуына бәйле күрелә. Вакцинация 2026 йыл аҙағына тиклем дауам итә. Ҡыҙылса менән ауырымаған, быға тиклем прививка алмаған балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы препарат менән һаҡлау ҡарала.