Иртәгә Көрәш һарайында яңы студенттар өсөн ҙур байрам ойошторола. Сараны Йәштәр сәйәсәте министрлығы уҙғара. Байрам бөтә республиканан студенттарҙы йыйып, уҡыу йылына һәм студенттар тормошона старт бирәсәк. Программала - бейеүҙәр, ижади сығыштар, интерактив уйындар, бүләктәр һәм йәштәр башланғыстары менән танышыу, ти ойоштороусылар.