“Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында 400 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлә

Документ юл буйы сервисын һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүгә ҡағыла. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыуға ярҙам итә. Форум бөгөндән 6 сентябргә тиклем Сибай ҡалаһында уҙа. Унда илдең ундан ашыу төбәгенән, Кувейт, Иран, Көньяҡ Африка, Ҡытай, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.